«Өләсәйемдең серле һандығы»

Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

«Өләсәйемдең серле һандығы»
(Мәктәпкә әзерлек төркеме өсөн байрам сценарийы)

Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәрмөхәмәтова Венера
Нөғәмән ҡыҙы

2018 йыл.

« Өләсәйемден  серле  һандығы».

Маҡсат:  Балаларҙа   халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләү. Онотолоп  барған  йолаларҙы  тергеҙеү  һәм өйрәнеү;  башҡорт халҡынын  милли кейемдәге биҙәктәр, көмөш тәнкәләр, сағыу төҫлө таҫмалар нимә анлатҡанын  төшөндөрөү. Халыҡ уйындарын уйнатыу, уйындарҙын ҡасан, нисек  итеп  уйнауҙарын  анлатыу.  Йәш  быуынға боронғо йолаларҙы, табышмактарҙын  мәғәнәләрен  өйрәтеү.

Өләсәй урындыкта бәйләм бәйләй.  

 Талғын ғына башкортса көй уйнай.

Ейәнсәр  йүгереп килеп инә: Өләсәй өләсәй хәлдәрен нисек? Ауырымайһынмы?

Өләсәй:Эй матурым, аҡҡылым  миңә ҡунаҡҡа килдеңме? Бына бәйләм бәйләп ултырам.

Ейәнсәр: Өләсәй мин янғыҙ түгел,мин дуҫтарым менән килдем, инәйекме?

Өләсәй:Әйҙә  һун индер дуҫтарынды.

 Ейәнсәр: Ҡыҙҙар – малайҙар, әйҙә үтегеҙ!

Балалар:Һаумыһыгыҙ.

Өләсәй. Һаумыһығыҙ балалар.

Малай. Өләсәй был ҡалай матур ҡумта ул. Нимәгә бында ултырттың уны.(Ҡыҙҙар һандыҡҡа һоҡланып ҡарап торалар).

Ейәнсәр. Өләсәй, һинең серле һандығынды ҡыҙҙар асып ҡарағылары килә. Асып курһәтәһеңме?

Өләсәй. Балаҡайҙарым  был һандыҡ бик серле, ябай  һандыҡ түгел. Башкорт халҡының  ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле бай мираҫы  һаклана был һандыҡта.

    Һандыҡтың эсендә нимә булғанын белгегеҙ киләме? Әйҙәгеҙ асып ҡарайыҡ.

Өләсәйҙең һандығында

Һакланмай нимә генә.

Эсендә нимә бары,

 әйҙә ҡарап карайык.

(Өләсәй такмак әйтә).

 Өләсәй. Беҙ йәш саҡта ҡыҙҙар  менән йыйылышып уйындар уйнап, йырлап-бейеп, ҡул эштәре менән булышып күнелле итеп кис ултыра инек. (өләсәй хәбәрен һөйләй-һөйләй һандыҡтағы әйберҙәре менән таныштыра)

 Быныһы милли  күлдәгем, камзулым, түшелдерек, башлыҡ.(Нимә анлатҡанын һөйләү)

Балалар. Әйҙә  “Косилка-Молотилка”  йырын йырлап алайык але, бәләкәстәрем.

Өләсәй: Афарин, бәләкәстәр. Әйҙә ултырып ял итеп алығыҙ, мин һеҙгә табышмак әйтәм.

-Үҙе бер бөртөк,ә эсендә мең бөртөк (ҡыяр).

— Һабағында сәскә, тамырында алма (картуф).

Ҡат-ҡат кейеме —  сисендерһәң илата (һыуған).

Ҡат-ҡат кейеме, үҙәре төймәһеҙ(кәбәҫтә).

Өләсәй:  Бәләкәстәр, һеҙ бөтәгеҙ ҙә зирәк,отҡор икәнһегеҙ.

Ейәнсәр:Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, “Наза”  бейеүен уйнап алайыҡ. Наза бейеү.

Өләсәй. Арынығыҙмы?  Әйҙә ял итегеҙ,  мин һеҙгә «Тыңлауһыҙ ҡуян” тураһында әкиәт һөйләп ишеттерәм ( https://vk.com/club150678740)

Өләсәй. Бәләкәстәрем, бигерәк зирәк, аҡыллы балаларһығыҙ. Миңә ҡунаҡҡа килдегеҙ, мин һеҙҙе буш сығармайым. Минең серле һандығымда һеҙгә бүләк бар. (Ҡыҙҙарға — сулпы,  малайҙарға –янсыҡ)