Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы
Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет
мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
“Яҙ килде беҙгә”
(Мәктәпкә әзерлек төркөмө балалары өсөн)
Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәрмөхәмәтова Венера
Нөғәмән ҡыҙы
2018 йыл
Маҡсат:
1.Яҙғы күренештәрҙе танып-белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
2.Тәбиғәткә, уратып алған донъяға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Бурыстары:
1.Яҙ һәм уның билдәләре тураһында балаларҙың күҙаллауҙарын нығытыу.
2.Һүҙлек запасын байытыу.
3.Бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү.
4.Йомаҡтарҙың мәғәнәһен аңлап һәм яуаптар табыу.
5.Күҙәтеүсәнлекте һәм ваҡ моториканы үҫтереү.
Йыһазландырыу:
«яҙ» темаһына сюжетлы һүрәттәр,ҡырҡылған төҫлө сәскә һүрәттәре, сюрпризный мәл – ҡуян балаһы костюмы, слайд: «яҙғы урман буйлап сәйәхәт»
Ҡыҫҡаса эш барышы:
1.Иллюстрациялар ҡарау, яҙ һүрәттәр тураһында, яҙғы сәскәләр.
2.Сәскәләр тураһында шиғырҙар уҡыу, йомаҡтар сисеү.
Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: телмәр үҫтереү, аң-белем үҫеше, физик үҫеш, әҙәби-эстетик үҫеш.
Дәрес барышы:
Тәрбиәсе: һаумыһығыҙ, балалар, бөгөн беҙҙең ғәҙәти булмаған дәрес. Беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән, улар менән беҙ һаулыҡ һорашайыҡ әле.
Ә хәҙер бер-берегеҙ менән йылмайышып алығыҙ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән яҡшы кәйефтә булыр өсөн.
(ишек туҡылдаталар.)
Тәрбиәсе: Балалар, кемдер беҙҙең ишекте туҡылдата. (ИшектәнҠуянкостюмында бала керә)
Ҡуян:, Мин бөгөн уяндымда, үҙемдең урманымды таныманым! Ул шул хәтлем үҙгәреп киткән! Минең яланда ҡар түгел, ә төрлө сәскәләр барлыҡҡа килгән. Ағас бөрөләре ҡалҡып сыҡҡан. Нимә булған икән?
Тәрбиәсе: балалар әйҙәгеҙ беҙ ҡуянға ярҙам итәйек, ни өсөн улай үҙгәрештәр була икән урманда?
Йомаҡтар сисеү:
Ҡар иреп,ер күренер,
Һайрар ҡоштар ҙа килер,
Йәшел үләндәр үҫер,-
Был ниндәй ваҡыт етер? /яҙ/
Тәрбиәсе: дөрөҫ, балалар, яҙ килде. Яҙ башланыуға һеҙ шатланаһығыҙмы? Беҙ уны оҙаҡ көттөк, тимәк, яҙ ниндәй? (Көтөп алынған). Ә яҙғыһын ҡояш ниндәй? (Сағыу, йылы, яҙғы…). Ә күктә болоттар яҙғыһын ниндәй була? (Балаларҙың яуаптары). Балалар, ә һеҙ, яҙ килеүе тураһында һөйләгәндә кәйефтәрегеҙниндәй?(күңелле, яҡшы, һәйбәт). Яҙғы кәйеф — әйтергә була.
Күңелле минуттар «Яҙғы ел»
Ел иҫә,иҫә, иҫә
Сәскәләрҙе бәүелтә
Ел ботә, бөтә , бөтә
Сәскәләр бейек үҫә.
Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ һөйләшеп алайыҡ, яҙғыһын нимәләр була икән. Үҙегеҙҙең яуап һүҙәрегеҙҙе «Яҙ…» һүҙе менән башлағыҙ.
Яҙ ҡояш сағыу яҡтыра …
Яҙын ҡар ирей
Яҙ ағас бөрөләрен яра
Яҙ гөрләүек аға
Яҙ үлән барлыҡҡа килә.
Тәүге яҙ сәскәһе: умырзая, ынйыбикә, үгәй инә үләне,бәпембә
Тәрбиәсе: афарин, балалар! Һеҙ яҙҙың күп билдәләрен әйттегеҙ һәм ҡуянға яҙ миҙгеле тураһында күп белергә ярҙам иттегеҙ.Әйҙәгеҙ беҙ ҡуянға йырлы бейеү әйтәйек:
Аҡ ҡуяндар ултыралар
Ҡолаҡтарын һелкетеп.
Бына шулай, бына шулай
Ҡолаҡтарын һелкетеп.
Ҡуяндар өшөй башланы
Бына шулай, бына шулай
Һикереп алырға кәрәк.
Бына шулай, бына шулай
Йүгереп алырға кәрәк.
Балалар әйҙәгеҙ «Умырзая» сәскәһе тигән бармаҡ уйыны уйнап алайыҡ һәм ҡуяндыла үҙебеҙ менән саҡырайыҡ.
Сәскә йоҡоһонан уянды
(Ҡушма устарҙан яйлап бармаҡтарҙы асабыҙ)
Ел иҫә сәскәләр бәүелтә
(Талғын ғына бәүелеү)
Беренсе тапҡыр елде күргән сәскәләр
Елдән йәшенәләр
(Бармаҡтарын ипләп ябып, сәскә формаһын алыу)
Тәрбиәсе: Балалар , яҙғыһын бик күп сәскәләр ҡалҡып сығалар һәм һеҙгә «Яҙғы урман буйлап сәйәхәт» тигән слайд күрһәтәм.
(яҙғы сәскәләр тураһында йомаҡтар сисеп алайыҡ әле.)
Ул, матур, яғымлы булыпүҫә,
Аҡ һәм зәңгәр төҫтә,
Йылғаларҙа боҙҙа иреп өлгөрмәй
Хатта иртә сәскә ата, (Умырзая)
Аҡ борсаҡ
Йәшел һабаҡтары (Ынйыбикә)
Мин сәскәләрем менән данлыҡлы түгел ,
Ә ғәҙәти булмаған япраҡтар:
Йә ҡаты, һалҡын,
Йә йылы һәм йомшаҡ (Үгәй инә үләне)
Бына үҙе кейгән сарафан
Асыҡ-һары төҫтә… (бәпембә)
Тәрбиәсе: Ниндәй һеҙ, афарин, бөтә йомаҡтар систегеҙ.
Ә хәҙер һеҙгә , «Сәскә йыяйыҡ» дидактик уйынын тәҡдим итәм.
Афарин!
Балалар сәскә йыйылған өҫтәл эргәһенә торалар.
Тәрбиәсе: Балалар ,ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, сәскәләрҙе өҙөргә яраймы ул ?(балаларҙың яуаптары ) дөрөҫ сәскәләрҙе өҙөргә ярамай, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға кәрәк!
Тәрбиәсе: (ҡуянға) Ҡуянҡай һиңә беҙҙә ҡунаҡта оҡшанымы? Беҙ һинең менән хушлашырға теләйбеҙ һәм кишер бүләк итәбеҙ.
Ҡуян: рәхмәт, балалар, урманда булған үҙгәрештәр тураһында һөйләгәнегеҙ һәмтатлы кишерегеҙ өсөн. Мин кире урманға йүгерәмдә , яҙ килеүе тураһында барыһынала һөйләйем. Тәүге сәскәләр сыҡҡан һәм уларҙы өҙөргә ярамағанлығы , ә ҡарап һоҡланырға ғына кәрәклеге хаҡында аңлатам. Осрашыуҙарға тиклем!
Һәм бына беҙҙең эшмәкәрлек аҙағына яҡынлашты. Бөтәгеҙгәлә иғтибар өсөн рәхмәт!



