Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары өсөн әҙерләгән
«Таҙа шишмә» байрамы сценарийы
Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәрмөхәмәтова Венер Нөғәмән ҡыҙы
2020 йыл
Маҡсат: балаларҙың аңында һыу сығанаҡтағы-шишмәләгә һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу.
Бурыстар:
— ишмәне таҙа тотоу –борондан килгән йола булыуын төшөндөрөү;
— иғтибарлыҡты, хәтерҙе, аң-зиһенде үҫтереү;
— тәбиғәткә һөйөү, миһырбанлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: залды тейешенсә биҙәү, ҡоҙоҡ, шишмә макеты.
Әҙерләнеү процесы: һыу сығанаҡтары тураһында әңгәмә, һүрәттәр ҡарау, «Шишмә» исемле башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыу, балаларға шиғыр таратыу, йыр-бейеүҙәр өйрәнеү, уйындар әҙерләү. Ағинәйҙәрҙе саҡырыуыу.
Сара барышы:
Музыка яңғырай – темаға ярашлы биҙәлгән залға балалар килеп инә.
Тәрбиәсе: Хәйерле көн, балалар! Әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ.
Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдар менән түңәрәк яһау)
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (ҡулдарҙы болғау)
Иҫәнме һин, елкәйем, — (биткә ел елпеү)
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем! (ҡулдарҙы ҡыҫыу
Балалар! Тыңлағыҙ әле ниндәй тауыш ишетелә?
Аудиояҙма-шишмә тауышын тыңлау.
Эйе, балалалар! Ошо яҙҙың матур көнөндә шишмәкәйҙең күңелле йырын ишетәбеҙ. Минең менән “Шишмә байрамы”на барырға ризаһығыҙмы?
Ә беҙҙе шишмә янында ауылыбыҙҙың хәрмәтле кешеләре — ағинәйҙәр көтәләр.
1-се бала:
Шишмәкәйҙе барып күреп
Моңло көйөн тыңлайыҡ.
Күңелле йырыбыҙ менән
Шишмәкәйҙе данлайыҡ.
Күңелле көй аҫтында балалар шишмә булған аҡланға килеп сығалар.
Шишмә янында ағинәйҙәр баларҙы ҡаршылай.

Балалар бергә: Һаумыһығыҙ, ағинәйҙәр!!!
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, инәйҙәр!!! Балалар, бында ниндәй матур, ниндәй һалҡын көмөш Шишмәкәй селтерәп аға.
Балалар: Беҙ Шишмә байрамына килдек!
1-се ағинәй:Һауғынамы балаҡайҙар!!!Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Яҙҙың ошондай матур көнөндә, ер-әсә ҡарҙан әрселгәс тә, Шишмәне килеп таҙалау, ипкә килтереү йолаһы бар халҡыбыҙҙа. Шишмәбеҙҙе рәткә килтергәс, “Шишмә байрамы” башлана, бәләкәстәр.
2-се бала: Беҙ риза!!!
3-сө бала: Шишмә кешеләрҙең яҡын дуҫы. Уның шифалы һыуҙарын эсеп юлсылар Һыуһауҙарын баҫалар, арыуҙары бөтә.
2-се ағинәй: шишмәбеҙҙе сүп-сар баҫҡан, бергәләгән-яу ҡайтарған, эшебеҙҙе башлайыҡ.
Шишмәне таҙартыу күренеше.

Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, шишмәкәйебеҙ нисек балҡып китте. Йыры ла күңелләнеп китте, шулаймы?!
3-сө ағинәй: Шишмәләрҙе бына ошолай таҙа тоторға кәрәк. Әгәр һәркем бында сүп-сар ташлап китһә, нисек бысранып, йәмһеҙләнеп китә ул.
4- се ағинәй: юлсылар ҙа туҡтамас ине бында. Йүгерек көмөштәй һыуҙарының юлын да бүлеп, бөяп ҡуйырға ярамай. Бына бу ташты ла алып ҡуйһаҡ, ул рәхәтләнеберәк ағасаҡ.
(сүп-сарҙы йыйып бөткәс, бер ташты ситкә алып ҡуйялар, уҡыусылар һыу эсәләр, йыуыналар).
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, шишмәкәйебеҙ нисек балҡып китте. Йыры ла күңелләнеп китте, шулаймы?!
5-се ағинәй: Балалар, рәхмәт инде һеҙгә, ауылыбыҙҙың шишмәһен гел дә шулай ҡәҙерләп, яңыртып ҡына тороғоҙ!
1-се ағинәй: Эш бөткәс-уйнарға ярай. Шишмә байрамы күңелле үтһен!
4- се бала: Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, беҙ Шишмәкәйгә рәхмәт әйтеп “Аҡ шишмә ”йырын йырлап күрһәтәйек әле.
2-се ағинәй:: Элек-электән халҡыбыҙ эсәр һыуҙарға, йылғаларға, шишмәләргә дан йырлаған. Төрлө мәҡәл, йомаҡтар уйлап сығарғандар. Ә һеҙ уларҙы беләһегеҙме!
Балалар:Беләбеҙ, беләбеҙ!
Һыуҙы эскәндә… –шишмәһен онотма
Эсәр һыуға… – төкөрмәйҙәр
Һыуҙың ҡәҙере….- шишмә ҡороғас беленә
Һыуһыҙ ерҙә…….- йорт ҡорма.
Егет: — Изге шишмәләргә төкөрһәк беҙ
Һайығыр йән, ҡорор телебеҙ
Беҙҙән һуң да селтерәп, селтерәп ҡалһын
Шишмәләрҙең ҡәҙерен белегеҙ.
3-сө ағинәй:Афарин, кескәйҙәр.
Изге шишмәләргә төкөрһәк беҙ
Һайығыр йән, ҡорор телебеҙ
Беҙҙән һуң да селтерәп, селтерәп ҡалһын
Шишмәләрҙең ҡәҙерен белегеҙ.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, шишмәкәйҙе дәртле бейеүебеҙ менән ҡыуандырайыҡ әле.
Ҡыҙҙар “Һыу буйында” бейеүе менән сығыш яһайҙар
Балалар шиғыр ятлайҙар.
1-се бала:
Суйыр ташлы бейек тау аҫтынан
Бөҙрәләнеп көмөш һыу аға
Сылтыр-сылтыр ағып төшә
Көмөш һыулы йылғаға.
2-се бала:
Тау шишмәһен күргән һәр бер кеше
Туҡтамайса үтеп китә алмай.
Ташҡа ятып көмөш һыуын
Эсмәйенсә үтә алмай.
3-сө ағинәй: “Таҙа шишмә” йолаһын онотмай, шишмәне тәртиптә тотоуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, балалар.
Балалар: Әйҙәгеҙ, хәҙер бергә уйнап алайыҡ.
Бергә: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!
Аҡ тирәк-күк тирәк
Балалар уҙаҡлашып икегә бүленеп бер-берһенән 20—30 метр йыраҡлыкта теҙелеп баҫалар. Уйнаусылар бер-берһе менән ҡулға-ҡул тотоношалар. Беренсе яктағылар икенсе яҡтағыларға ҡысҡырып таҡмаҡлайҙар:
Ҡабыр-ҡабыр ҡабырсаҡ,
Ат башында кимерсәк.
Аҡ тирәк- күк тирәк
беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Ҡаршы яҡтағылар яуап бирәләр:
Ҡап- ҡап ҡабырсыҡ,
Ҡабырсығым кимерсәк,
Уҡ аттым, батманы,
Һәмгелсәгем ҡатманы,
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,
Энә менән еп тә кәрәк,
Ҡашығаяҡ йыуылмаған,
Аҡ тирәк күк тирәк
Ал да кәрәк, гөл дә кәрәк,
Беҙгә иң матур йырсыбыҙ
Алма атлы ҡыҙ кирәк.
Исеме сыҡҡан уйынсы ҡаршы яктар сафын йүгереп барып өҙөп сығарға тырыша. Өҙә алһа, бер уйынсыны эйәртеп үҙ яғына алып ҡайта. Өҙә алмаһа, шул яҡта ҡала. Уйын шул тәртиптә, бер яҡта уйынсылар бөткәнсе дауам итә.

Йөҙөк һалыш. Теҙелешеп ултыраһың. Һәр кемдең алдына һалған һымаҡ итәһең дә, берәүһенә генә һалып китәһең. Шанан:
— Йөҙөк кемдә? Әйт, — тиһең, көтөүсе эҙләй. Тапмаһа, уйын дауам итә, тапһа, кемдән таба, шал кеше — көтөүсе була, һин уның урынына ултыраһың.
Ағинәйҙәр: Тәбиғәт беҙҙе ашата, тәмле һыуҙар эсерә, ял иттерә. Беҙҙә уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Урмандары шаулап, болондары, ҡырҙары хуш еҫ аңҡытып, шишмәләре сылтырап аҡҡан ерҙә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет, ниндәй ҙур шатлыҡ бит ул.
— Барлыҡ дуҫтарымды изге эшкә – хоҙай биргән байлыҡты һаҡлау эшенә саҡырам. Шишмәләрҙе таҙартып, тәртипкә килтереп торыйыҡ. Быҙаулыҡ буйы тәбиғәтен тағын да матурлайыҡ, байытайыҡ.
Балалар шиғыр ятлай:
Башҡорт иле – Иҙел йылға,
Яйыҡ, Һаҡмар, Дим буйы
Улар кеүек табылмаҫтыр
Донъя буйлап ил гиҙһәң.
Урал батыр ҡалдырған һыу
Йәншишмәле – йортобоҙ.
Саф тотайыҡ һыуыбыҙҙы –
Йәншишмәләр – ҡотобоҙ.
Тәрбиәсе: Балалар, Шишмәкәй янында күңеллеме?(Балалар яуап бирә) Мин һеҙгә һәр ваҡыт йөҙөгөҙ шулай балҡып тороуын, шишмәләребеҙҙе ҡурсалап, илһөйәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем! Ауылыбыҙҙың хөрмәтле ағинәйҙәре һеҙгә ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!




