Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
«Сыйырсыҡтарға оя»
(икенсе кескәйҙәр төркөмө)
Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәрмөхәмәтова Венера
Нөғәмән ҡыҙы
Тема: «Сыйырсыҡтарға оя».
Маҡсат:ҡорама ашабалаларҙа тирә-йүнде һүрәтләүҙә күҙаллауҙар формалаштырыу.
Бурыстары:
1. Бер нисә өлөштән торған (түңәрәк, өсмөйөш, шаҡмаҡ) предметты йәбештереп, төҫтәр аша ижади эшмәкәрлекте үҫтереү;
2. Балаларҙың аң-белемен, күҙаллау һәләте үҫтереү;
3. Ҡағыҙҙы йәбештереүҙән алда предметты билдәле эҙмә-эҙлелектә һалып ҡарарға, ҡағыҙ битендә әҙер детальдәрҙе, төрлө формаларҙы, һүрәтләү һәм уларҙы йәбештергә ярҙам итеү; 3. Елем, салфетка менән эшләгәндә бөхтәлеккә өйрәтеү, ҡоштарға һаҡсыл , хәстәрлекле ҡараш тәрбиәләү;
Йыһаз: елем, 9×9 квадрат һары төҫтә, ҡара төҫтә түңәрәк диаметры 4, йәшел төҫтә өсмөйөш, клеенка, басып йәбештерер өсөн салфеткалар.
Яҡынса эш: яҙ тураһында әңгәмә, яҙ тураһында һүрәттәр ҡарау, шиғыр уҡыу (М. Бикбаева) «Яҙ килде», яҙ тураһында йыр тыңлау: «Сыйырсыҡ»
Дәрес барышы:
Һаумы, алтын ҡояшым!
Һаумы, зәп-зәңгәр күгем!
Иҫәнме һин елкәйем,
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем!
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, ҡояш шундай йылы һәм сағыу итеп яҡтырта. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ниндәй йыл миҙгеле етте икән?
Балалар: Яҙ!
Тәрбиәсе: Ә яҙғыһын тағында ниндәй үҙгәрештәр була?
Балалар: ағас бөрөләре барлыҡҡа килә, япраҡ яра башлайҙар, йылы яҡтан ҡоштар килә, үләндәр йәшәрә, сәскәләр сәскә ата.
Тәрбиәсе шиғыр уҡый «Яҙ килде» (М. Бикбаева):
Күккә ал шар кем элде?
Ергә нурҙар эркелде.
Белдем инде яҙ килде,
Йылы тыны бөркөлдө.
Шатландырып күңелде,
Сәскәләрҙә күренде.
Ҡоштар һайраша һәр саҡ:
“Яҙ килгәнгә беҙ ҙә шат!”
Бүлмәгә сыйырсыҡ килеп инә.
Сыйырсыҡ: һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙгә хат килтерҙем.
Тәрбиәсе: Һаумы, сыйырсыҡ. Рәхмәт хатыңа. Ҡыҙыҡ, кем яҙҙы икән ул? Уҡырға теләйһегеҙме?
Балалар: эйе.
Тәрбиәсе: улайһа уҡыйыҡ «Һаумыһығыҙ балалар, бына көтөп алған яҙ етте, мин сыйырсыҡ иң беренсе булып йылы яҡтарҙан килдем, яңы өйгә урынлашыпта өлгөрҙөм, ләкин минең тиҙҙән дуҫтарым киләсәк, ә улар өсөн йәшәргә өй юҡ. Ә өйһөҙ улар бәләкәй ҡошсоҡтар сығара алмаясаҡтар. Балалар, беҙгә ярҙам итегеҙсе, зинһар. Сыйырсыҡ».
Тәрбиәсе: Балалар, нимә тураһында яҙған сыйырсыҡ? Сыйырсыҡҡа өй нисек тип атала? (скворечник) Ҡоштарға ярҙам итә алабыҙмы?
Балалар: «Эйе».
Тәрбиәсе: Ә нисек ярҙам итә алабыҙ?
Балалар: оя эшләп.
Тәрбиәсе: сыйырсыҡҡа беҙ нисек итеп оя эшләй алабыҙ?
Балалар: йәбештереп.
Тәрбиәсе: ә уларҙы нимәнән йәбештереп эшләп була?
Балалар: ҡағыҙҙан.
Тәрбиәсе: балалар әйҙәгеҙ әле өҫтәл янына килегеҙҙә сыйырсыҡҡа оялар эшләйек, сыйырсыҡ һиндә кил балаларҙың нисек эшләгәндәрен ҡарап ултырырһың. Балалар, сыйырсыҡҡа оя эшләр өсөн өҫтәлдә бөтә кәрәкле нәмәләрҙә бар (төҫлө ҡағыҙҙар, елем, салфеткалар, бумала, геометрик фигуралар, бумала өсөн аҫлыҡтар, елем менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһы, бумала).
Таҡтала ағас олондары төшөрөлгән ватман тора, ботағына бер сыйырсыҡ ояһы йәбештерелгән. Ҡошҡа оя эшләр алдынан, алдан тәрбиәсе эшләгән сыйырсыҡ ояһының өлгөһөн ҡарап алалар. Балалар менән, һәр өлөшө ниндәй формаларҙан торғанын һәм ниндай төҫтә икәнен (һары шаҡмаҡҡа, ҡара түңәрәк йәбештерергә кәрәк, ә ҡыйығына йәшел төҫтәге өсмөйөш йәбештерергә һыу аҡмаһын өсөн) иҫкә төшөрөп үтергә кәрәк.
Тәрбиәсе: Балалар, башта сыйырсыҡ ояһын өҫтәлгә һалып эшләп ҡарағыҙ. Иң беренсе ниндәй өлөшөн йәбештерер инегеҙ?
Балалар өҫтәл артында эшләйҙәр.
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, минең өйөмә ҡош осоп килгән, әйҙәгеҙ әле беҙ унәң менән уйнап алайыҡ (сыйырсыҡты ояһының эргәһенә ултырта).
Уйын «Ҡоштар»:
Ҡоштар остолар, остолар,
Остоларҙа ял итергә туҡтанылар
Һәм тағыла остолар,
Остолар, остолар,
Остоларҙа ем ашап алырға туҡтанылар
Һәм тағыла остолар,
Остолар, остолар ҙа,
Һыу эсергә туҡтанылар,
Һәм тағыла остолар,
Остолар, остолар ҙа,
Килеп тә еттеләр.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ күп оялар яһаныҡ, ә хәҙер беҙгә уларҙы ағасҡа беркетеп ҡуйырға кәрәк (балалар сиратлап таҡта янына килеп ағасҡа ояларын йәбештерәләр, тәрбиәсеярҙамында).
Нәфис һүҙ:
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ
Ояңдан осоп сыҡ
Оҡшаһа был өйөң,
Түгелһен моң көйөң.
Ул һайрай мең телдә,
Булғанға күп илдә.
Дәртләнә, һөйөнә
Ҡайтҡанға өйөнә!..
Тәрбиәсе конверттан сыйырсыҡ һүрәте сығара: Балалар, ҡарағыҙ әле, ә бына сыйырсыҡтарҙа килеп еттеләр, әйҙәгеҙ әле беҙ уларҙы ояларына урынлаштырайыҡ.
Балаларға сыйырсыҡ һүрәттәре тартып бирелә һәм ояларына йәбештереп ҡуялар. Үҙ эштәренә һоҡланып ҡарайҙар балалар.
Тәрбиәсе: беҙ сыйырсыҡҡа ярҙам итә алдыҡмы?
Балалар: эйе.
Тәрбиәсе: Афарин балалар, һәр ваҡыт шулай ярҙамсыл, аҡыллы балалар булып үҫегеҙ!
Тәбиғәтте һәм ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!



