Сценарий постановки эпоса Урал батыр

Урал батыр Ҡатил батша илендә

(«Урал батыр» эпосы буйынса)

Ҡатнашалар:

            Урал

            Ҡатил батша

            Ҡатил батшаның ҡыҙы

            Яран

            Үгеҙ

            1-се батыр

            2-се батыр

            3-сө батыр

            4-се батыр

            Халыҡ

(Батша ҡыҙы үҙенә егет һайлай)

Батша ҡыҙы:

-Буйы бәләкәй!

-Күҙҙәре йәмһеҙ ҡарай!

— Көсһөҙ генә күренә!

— Тештәре ҡыйыш!

 (Уралға килеп етә һәм бер күреүҙән ғашиҡ була)

Егет, һин бик көслө лә

Матур ҡиәфәтле лә күренәһең!

Бына һиңә алма бүләк итәм.

 (Ялсыларына)

-Хәҙер үк һарайыма алып барып еткерегеҙ!

 (Ҡыҙ ҡайтып киткән.)

 (Ҡыҙҙың ялсыһы Урал батыр янына килгән һәм былай тигән)

 Яран:

Әйҙә һарайға, егет,

Батша ҡыҙы көтә,

Йола ҡушыуы буйынса

Һин беҙҙең кейәү хәҙер!

  ( Ялсы Уралдың арҡаһынан һөйгән, ләкин Урал уның һүҙенә күнмәгән һәм һарайға бармаған.)

Урал:

Мин йоланы белмәйем,

Эш аҙағын күрәйем,

Аҙаҡ барһам, барырмын,

Ҡыҙҙы эҙләп табырмын.

(Батшының ялсылары ҡыҙға ошаҡларға йүгерәләр, күп тә үтмәй дүрт батырын эйәрткән

Ҡатил батша килә, уларҙан тәхет күтәрткән, ир -ҡол һайлап үткән.)

Ҡатил батша:

-Быныһы һарайға ярар!

-Быныһы ҡорбанға булыр!

 (Инде ҡыҙ һайлауға күскән.)

-Кәүҙәһен ҡарағыҙ!

-Тешен ҡара!

(Бер ҡыҙға төртөп)

-Һарайға был ярар,

Бүтәнен үҙегеҙ ҡарағыҙ,

Арыуҙарын һайлағыҙ,

Кәрәгенсә алығыҙ,

Ҡалғандары әсәмдең,         

Мине йыуған ҡойомдоң    

Ҡорбанына ҡалыр!

(Шул саҡ Ҡатил батшаның ҡыҙы килеп еткән. Ул Урал янына үткән һәм уға үпкә һүҙҙәрен әйткән.)

Батша ҡыҙы:

Егет, һине һайланым,

Һарайыма барманың,

Алма биреп ымланым,

Мине тиңгә алманың;

Кире ҡаҡтың һүҙемде

Бөтә ҡолдар алдында,

Ҡара иттең йөҙөмдө,

Кәм-хур иттең үҙемде.

         (Ҡатил батша шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, ныҡ асыуланған.)

Ҡатил батша:          

Ҡайһы ырыу егетенән

Минең ҡыҙым хурланған?

Әй егет, һин затымды,

Ҡатил батша атымды

Кеше түгел был илдә

Мин биләгән һәр ерҙә

Ҡошо — ҡорто, йәнлеге

Ишетеп тә, күреп тә,

Гүрендәге үлек тә

Аңлағанын беләһең!

Ҡыҙым әйткәс, бармайынса,

Нимә уйлап тораһың?

Ниңә йолам боҙаһың,

Бармай ваҡыт һуҙаһың?

Урал:

Батша тигән бәндәне,

Кеше һуяр йоланы

Ишетеп тә, күреп тә,

Нисә йылдар йөрөп тә,

Һис бер ерҙә күрмәнем,

Барлығын да белмәнем.

Мин ят йола һөймәйем,

Үлем тигән яуызды

Үлтерергә эҙләйем.

Мин күренмәҫ үлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын;

Ҡан ҡойоусы батшанан,

Кеше ашар дейеүҙән

Бар кешене ҡотҡарыу, 

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

 Өсөн тыуған батырмын.

Кит, ярандар, артабан,

Ҡолдар ҡулын сисегеҙ,

Ҡыҙҙар ҡулын сисегеҙ!

(Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ҡатил батша ҡыҙарынған,  ярандарына аҡырған)

Ҡатил батша:          

Үлем эҙләп йөрөһә,

Ҡанға һыуһап тилмерһә,

Күрһәтегеҙ үлемде,

Танытығыҙ илемде!

(Шул ваҡыт Ҡатил батшаның дүрт батыры хасил булған.)

 Батырҙарҙың береһе:

Алыштанмы, тартыштанмы?

Һайла берҙе!

 Урал:                                  

Әрәм булып ҡуймағыҙ-

Тәүҙә шуны уйлағыҙ.

Үҙегеҙҙән көслөрәк

Берәй хайуан һайлағыҙ!

         (Батырҙар көләләр)

Батырҙарҙың икенсеһе:

Ай-һай, батыр икәнһең!

(Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, батырҙар ҙа, Ҡатил батша ла хахылдашып көлгәндәр, ти.)

Ҡатил батша:          

Ҡанһыраған икән был,

Йәнһерәгән икән был,

Һарайымды күтәргән

Үгеҙемде килтерең;

Үгеҙ ҡылыр ҡылыҡты,

Һеҙ, батырҙар, тик тороң.

(Халыҡ бик ҡурҡҡан, улар Урал батырҙы бик ҡыҙғанған. Ерҙе тырнап, үкереп, тауҙай үгеҙ килгән. )

Үгеҙ:

Егет, ергә атмамын,

Һине юғалтып ятмамын,

Сереп туҙан булғансы,

Елгә осоп туҙғансы,

Мөгөҙөмдә ҡаҡлармын,

Һине шулай һаҡлармын!

Урал:                                          

Мин дә әрәм итергә,

Үгеҙ, һине тырышмам,

Яфаланып, көс түгеп,

Һинең менән сайҡашмам.

Донъяла һин кешенән

Көслө юғын танырһың,-

Үгеҙ түгел, тоҡомоң менән

Кешегә ҡол булырһың!

 (Шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, үгеҙ Урал батырға ташланған, Ә ул үгеҙҙең мөгөҙөнән тотоп алған да ергә батырғансы тотҡан, үгеҙҙең ауыҙынан ҡан киткән, өҫкө теше төшкән, үгеҙ хәлһеҙләнгән, сәсәп әлһерәгән, был         хәлде күреп торған Ҡатил батша ла, уның батырҙары ла аптырауға ҡалған. )

Ҡатил батша:

Ай-һай, был ни хәл? Минең үгеҙемдең шул  кешегә лә көсө  етмәй!

(Урал батыр үгеҙҙе әрәм итмәгән, батҡан ерҙән үгеҙҙе күтәреп алып ҡуйған, уның дүрт тояғы урталайға ярылған, араһынан ҡан тулып, ҡырҙай ҡанға туҙған.)

Урал:    

Ҡулым тейгән мөгөҙөң

Кәкрәйгән көйөнсә,

Тешең төшкән ауыҙың

Өҫкө тешең үҫмәйенсә,

Айырылған тояғың

Һис тә берекмәйенсә,

Үҙең түгел, балаң да

Мәңге ҡалыр шул көйсә,

Кеше көсөн күрҙең һин,

Хәлһеҙлегең белдең һин,

Кешегә мөгөҙ сайҡама,

Еңермен тип, айҡанма!

(Ҡатил батшаның ҡото осҡан, ул дүрт батырына ымлаған.)

Ҡатил батша:      

Бер табандан уҡтал!  

(Шул ваҡыт Ҡатил батшаның дүрт батыры Урал батырға ташланырға әҙерләнгән)

Өсөнсө батыр:

Йәнең сыҡһа ҡулымда,

Тәнең ҡайҙа ташлайым?

Сойорғотҡансы үлмәһәң,

Ҡайһы илгә сөйәйем?

(Дүрт батыр Ураға ташланған, ә ул ҡаушап ҡалмаған.)

Урал:                                                 

Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,

Үлем эҙләп йөрөгән

Батыр көсөн белегеҙ;

Ҡулығыҙҙа йән бирһәм,

Арыҫланыма бирегеҙ;

Көсөгөҙ етһә ташларға,

Йәншишмәгә сөйөгөҙ.

Инде һеҙ ҙә әйтегеҙ:

Минең ҡулға төшһәгеҙ,

Күбәләктәй осһағыҙ,

Ҡайҙа ҡарап сөйәйем?

Дейеүҙәрҙе ҡыйратып,

Йәншишмәнән һыу алып,

Кире һеҙгә килгәндә,

Һеҙҙе эҙләп йөрөгәндә,

Он — талҡандай итегеҙҙе,

Күбәләктәй йәнегеҙҙе

Ҡайһы ерҙән эҙләйем?

(Шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс, батырҙар бер тауыштан көлөп ебәргән, ти.)

Дүртенсе батыр:   

Көсөң етһә атырға,

Һыртты ергә һалырға,

Батша менән ярандарҙың

Алдына алып ташларһың!

(Дүрт батыр ҙа Урал батырға уҡталған. Ул уларҙың береһен батшаға ҡарай олаҡтырған, ҡалған өсөһөн бер юлы ярандарҙың алдына ташлаған. Ҡатил батша, ярандар, уның батырҙары тирә — яҡтарына ҡарай-ҡарай ҡасып китәләр. )

Урал: (Халыҡҡа ҡарап)

Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ,

Рәхәтләнеп йәшәгеҙ!

Һеҙҙең шатлыҡ – минеке,

Минең шатлыҡ – һеҙҙеке!

(Шаршау ябыла.)