(кескәйҙәр төркөмө)
Маҡсаттар: балаларҙы шиғыр йөкмәткеһе менән таныштырыу, шиғырҙы хәтерҙә ҡалдырыу, балаларҙың телмәрен үҫтереү, интонация менән һөйләргә өйрәтеү, художестволы әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу.
Дәрес барышы.
Тәрб; Һаумыһығыҙ, балалар! Әйҙәгеҙ беҙ үҙебеҙҙең биттәребеҙ, ҡулдарыбыҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ.
Һаумыһығыҙ, күҙҙәрем!
Һеҙ уяндығыҙмы?
Һаумыһығыҙ, ҡолаҡтарым!
Һеҙ уяндығыҙмы?
Һаумыһығыҙ, ҡулдарым!
Һеҙ уяндығыҙмы?
Һаумы, ҡояш!
Беҙ уяндыҡ! Сәләм!
Тәрб; Балалар, ҡарағыҙ әле, нимә осоп килә ул беҙгә? (самолет).
Самолеттың нимәләре бар? (ҡанаты, ҡойроғо, кабинаһы)
Самолетта кем оса? (осоусы)
Әйҙәгеҙ, самолет тураһында шиғыр уҡыйыҡ. Тәрбиәсе уҡый.
Ҙурайғас, осам (ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә)
Мин самолетта, (Ҡулдар тирә-яҡҡа)
Барып етермен (самолет булып осоу)
Ап-аҡ болотҡа! ҡулдар менән болот эшләү)
Балалар менән бергәләп хәрәкәттәрҙе ҡабатлау.
Физминутка.
Тәрб; Әйтегеҙ әле,кескәйҙәр, ә самолет ҡалайтып оса? Әйҙәгеҙ самолет булып осайыҡ. (ҡулдарҙы тирә-яҡҡа ҡуйып самолет булып осоу).
Тәрб; Самолеттар урынына ултырҙы. Самолеттар ниндәй тауыш сығара әле? (вжжжжж). Самолет шәп итеп осҡандағы тауышты сығарығыҙ әле? Хәҙер яйыраҡ осҡан самолеттыҡын? Самолет ипләп кенә оса? (бышылдап вжжжж тип әйтеү). Афаридар, бәләкәстәр! Әйҙәгеҙ тағы берҙе шиғырыбыҙҙы ҡабатлайыҡ. Нимә тураһында шиғыр өйрәндек бөгөн? Оҡшанымы шиғыр?



