Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Арыҫланбайҙы ҡыш менән таныштырабыҙ темаһына дәрес конспекты (2‐се кескәйҙәр төркөмө )
Тәрбиәсе: Йәрмөхәмәтова В.Н.
Матрай – 2018
Арыҫланбайҙы ҡыш менән таныштырабыҙ темаһына дәрес конспекты (2‐се кескәйҙәр төркөмө )
Программа йөкмәткеһе: балаларҙың ҡыш миҙгеле тураһындағы белемдәрен нығытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, мамыҡ таяҡсалары менән традицион булмаған һүрәт төшөрөү ысулы менән таныштырыу.
Дәрес барышы.
Балалар түңәрәктә тора.
Һаумы, алтын ҡояшым! (ҡулдарҙы өскә күтәрергә)
Һаумы, зәп‐зәнгәр күгем! (ҡулдар менән күкте күрһәтергә)
Һаумы, һалҡын елкәйем! (өскә күтәреп бәүелтергә)
Һаумы, тыуған еркәйем! (ерҙе күрһәтергә)
Беҙ йәшәйбеҙ бер илдә ‐
Сәләм бирәм мин һеҙгә! (ҡул болғап сәләм бирергә)
Ишек туҡылдай.
‐ Кем килгән икән, ҡарайыҡ әле.
Өшөгән Арыслан инә.
Ар: Һаумыһығыҙ! Һеҙгә мөмкинме? Һаумыһығыҙ, балалар! Мин Арыҫланбай булам. Бынан бик алыҫта, йылы яҡтарҙа ‐ Африкала йәшәйем. Һеҙҙең яҡтарҙа йәшәүсе туғандарыма ҡунаҡҡа килгәйнем. Тик тышта бик өшөнөм. Ә нишләп тышта һыуыҡ ул? (ҡыш етте, ҡышҡыһын һыуыҡ була…)
Ар: Ә нимә ул ҡыш?
Тәр: Әйҙәгеҙ , Арыҫланбайға ҡыш тураһында һөйләп күрһәтәйек. Хәҙер һеҙ төрлө һүрәттәр күрерһегеҙ, шуға ҡарап һеҙҡыш тураһында һөйләгеҙ. (ҡыш ҡар яуа, ел‐буран була, кешеләр йылы кейенеп йөрөйҙәр, йылғалар туңа, балалар сана, саңғы шыуалар…)
Тәр.: Ҡыш тураһында шиғырҙарыбыҙҙы ла һөйләйбеҙ.
Бына инде ҡыш та етте
Ергә төштө тәүге ҡар.
Ошо кескәй йомарлаҡ та
Күпме сафлыҡ, паклыҡ бар
Ябалаҡлап ҡар яуа
Ҡарҙан сафлана һауа
Бер, ике, өс, дүрт бөртөк
Беҙ ҡышты оҙаҡ көттөк.
Ҡыштан бүләк мул тейгән
Урман ап‐аҡ тун кейгән
Ағастар ҡупшыланып
Көмөштәй яулыҡ сөйгән
Ар.: Афариндар! Ҡалай матур шиғырҙар һөйләнегеҙ.
Тәр.: Әйҙәгеҙ хәҙер тышҡа сығайыҡ. Тышҡа сығыр өсөн беҙгә кейенер кәрәк. Башта нимә кейәбеҙ? (кейенеү имитацияһы) Арыҫланбай өшөмәһен өсөн уға шарф бирәйек.
Тәр.: Бына тышҡа сыҡтыҡ. Ниндәй саф һауа! Саф һауа менән тын алайыҡ.
Тәр: Балалар, ҡарағыҙ әле, был нимә? (ҡарҙы тотоп күрһәтеү) Ҡар ниндәй ул? (аҡ, йомшаҡ). Тотоп ҡарағыҙ әле? (һыуыҡ) Ә хәҙер ҡар нишләне? (ирене). Ни өсөн ирене икән? (сөнки ҡул йылы) Ә тышта ниңә иремәй? (тышта һыуыҡ).
Ар: Ҡалай ҡыҙыҡ! Мин ҡар күргәнем юҡ ине әле. Беҙҙә Африкала бөтөнләй ҡар яумай. Беҙҙә гел йәй.
Тәр: Арыҫланбай, ҡар тик ҡышҡыһын ғына яуа. Балалар, ә был нимә? (боҙ). Боз ниндәй ул? (һыуыҡ, ҡаты, ялтыр, тайгалаҡ). Һыу һыуыҡта туңып, боҙға әйләнә.
Тәр: Тышта йөрөп өшөп киттек шикелле. Әйҙәгеҙ йырлап йылынып алайыҡ.
ЙырТышта ҡар яуа.
Ар: Ҡалай һеҙҙә күңелле! Бик матур йырланығыҙ!
Тәр: Балалар, әйҙәгеҙ беҙ Арыҫланбайға ҡыш бүләк итәйек. Ул беҙҙең яҡтарҙың һалҡын ҡышын онотмаһын өсөн беҙ уға ҡар яуып торған һүрәт төшөрөп бирәйек.
Әҙер һүрәткә мамыҡ таяҡсалары менән ҡар бөртөктәрен төшөрөп Арыҫланбайға бүләк итәбеҙ.
Ар; Ҙур рәхмәт, балалар! Бигерәк матур һүрәт килеп сыҡты. Был һүрәтте өйөмдөң иң түренә элеп ҡуйырмын.
Тәр: Арыҫланбай, әйҙә хәҙер беҙҙең менән уйнап ал. Беҙҙең балалар һыуыҡ тип тормай, тышта төрлө уйындар уйнай.
Болоттар уйыны. Ярты бит төҫлө ҡағыҙ таратып бирергә.
Тәр: Был ҡағыҙ нимәгә оҡшаған? (ҡош, болот, самолет…)
Тәр.: Төрлө төҫтәге болоттар
Осалар күк йөҙөндә (ҡағыҙҙы болғайбыҙ)
Матур ҡағыҙ биттәрен
Бүләк иттеләр беҙгә.
Был ҡағыҙ биттәрен беҙ (йомарларға)
Йомарлап тәгәрләйбеҙ.
Уны ҡарға әйләндереп,
Матур итеп уйнайбыҙ.
Мөмкин ҡулда тоторға, (ҡулда тотабыз)
Мөмкин ҡолаҡҡа ҡыҫырға. (ҡолаҡҡа ҡыҫабыҙ)
Ипләп кенә шығырлаты,
Иҙәндә тәгәрәтергә. (иҙәндә тәгәрәтергә)
Өҫкә ташларға мөмкин, (өҫкә ташлап уйнарға)
Аяҡ менән баҫырға. (аяҡ менән баҫырға)
Уны артҡа йәшереп, (артҡа йәшерергә)
ҡар ташлашып уйнарға. (бер‐береңә ташлашып уйнау)
Кире йыйып алырга,
Тылсымлы тоҡҡа һалырға.(йыйып тоҡҡа һалырға)
Был тылсымлы тоҡто ошо ағас төбөнә һалып торайыҡ.
Ар: Балалар, һеҙҙең менән бик күңелле булды. Ҡыш тураһында күп нәмәләр белдем. Бүләгегеҙ ҙә бик оҡшаны. Рәхмәт! Тик миңә ҡайтырға ваҡыт етте. Һау булығыҙ!
Балалар Арыҫланбай менән хушлаша.
Тәр: Балалар, беҙгә кем ҡунаҡҡа килде? Беҙ уға нимә тураһында һөйләнек? Нимә бүләк иттек? Ниндәй уйын уйнаныҡ?
Хәҙер тылсымлы тоғобоҙҙо ҡарайыҡ әле. Тоҡтан тәмлекәстәр алып таратыу.



