Фольклор байрамы

“Өләсәйем һандығы” фольклор байрамы (2-се кескәйҙәр төркөмө)

Тирмә эсендә өләсәй бишек йыры йырлап сәңгелдәк бәүетә. Тәрбиәсе менән балалар инә.

Т. Һаумыһығыҙ,  өләсәй! Бына беҙ балалар менән һеҙҙең хәлегеҙҙе белергә килдек. Хәлдәрегеҙ нисек? (Балалар өләсәй менән һаулыҡ һораша)

Ө. Һаумыһығыҙ, балаҡайҙар! Килеп ҡайһылай һәйбәт иттегеҙ! Әйҙәгеҙ ултырығыҙ. (балалар ултыра). Ниндәй матур ҡыҙҙар, малайҙар килгән миңә. Ниндәй балалар баҡсаһынан килдегеҙ? (Әкиәт). Таныш булайыҡ, мин Фатима өләсәй булам. Ә һеҙҙең исемдәрегеҙ кем?

Өләсәй һәр баланың исемен һорай.

Ө. Исемдәрегеҙ ҙә үҙегеҙ кеүек бик матур, мәғәнәле! Бәхеттәрегеҙ, тәүфиҡтарығыҙ булһын инде, Алла бирһә! Ҡарағыҙ әле, минең серле һандығым бар. Уның эсе тулы мөғжизә! Һандыҡ эсендә нимәләр бар икәнен күргегеҙ киләме?

Б. Эйе!

Ө. Әйҙәгеҙ улайһа серле һандыҡты асайыҡ. Эсендә нимәләр йөшерелгәнен ҡарайыҡ.

Т. Өләсәй, мин һиңә ярҙам итәйем.

Тәрбиәсе һандыҡты асып, ундағы яҙыуҙы уҡый.

Т. Ҡыҙҙар, малайҙар! Һандыҡ һеҙҙән йомаҡтар сисеүегеҙҙе һорай. Мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуаптарын әйтергә тырышығыҙ.

1.Бар донъяны йылыта,

Бар донъяны яҡтырта.

Нимә ул? (ҡояш) 

2.Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым. (еләк)

3. Ҡышын урманда йоҡлай, ә йәйен еләк ашай. (айыу)

Ө. Бигерәк аҡыллы, зирәк икәнһегеҙ! Афариндар! Бар йомаҡтарҙың да яуаптарын таптығыҙ. Ә һеҙ мәҡәлдәр беләһегеҙме?

Б. Эйе, беләбеҙ!

Т. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә мәҡәлдең башын әйтәм, ә һеҙ дауам итегеҙ.

1. Тыуған илем — … алтын бишек.

2.

3. Айырылғанды — …. айыу ашар,

Бүленгәнде — …..бүре ашар.

Ө. Эй, афарин, үҫкәндәрем! Һәр саҡ шулай дуҫ, берҙәм булығыҙ!  Ә һеҙ беләһегеҙме, айыу ҡайҙа йәшәй?

Б. Айыу урманда йәшәй.

Ө. Эйе, ә айыу нимә ашарға ярата икән? (еләк) Айыу еләкте бик ярата. Һеҙ ҙә йәйгеһен еләк йыйып ашарға яратаһығыҙҙыр. Әсәйҙәр ҡышҡылыҡҡа еләктән ҡайнатмалар, һуттар әҙерләй. Шулай уҡ, еләктән ҡаҡ ҡоялар. (һандыҡтан ҡаҡ сығарып, балаларға күрһәтә). Бына ҡарағыҙ әле, мин һеҙгә ҡаҡ килтерҙем. Ҡаҡты еләкте киптереп эшләйҙәр. Ҡаҡты ҡыш көндәре ашаһаң бигерәк тә тәмле, файҙалы була.

Т. Ҙур рәхмәт һиңә, өләсәй! Балалар, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә еләк йыйып уйнап алайыҡ.

«Айыу, бүре юҡ икән» уйыны.

Ө. Балалар, ә һеҙ шиғырҙар беләһегеҙме? Кемегеҙ шиғыр һөйләп күрһәтә?

Гөлзирә. Көлә-көлә Гөлзирә

               Еләктән ҡайтып килә.

               Бер ҡарай еләгенә,

               Бер ҡарай әсәһенә.

Руфина. Ҡояшбикә түгел иркә,

               Ул йоҡонан тора иртә.

Ө. Эй, афарин, үҫкәндәрем! Бигерәк матур һөйләнегеҙ. Шулай балаҡайҙарым, ҡояш йылытып, ямғырҙар яуып, уңыштар уңып торһон! Һеҙ ҙә бер-берегеҙ менән һәр саҡ дуҫ, татыу булығыҙ!

Т. Өләсәй, беҙҙең балалар дуҫ, бер-береһенә ярҙам итәләр, бергәләшеп уйнайҙар. Дуҫлыҡ тураһында йыр ҙа беләбеҙ беҙ.

 Йыр «Түңәрәк»

Т. Өләсәй, беҙгә балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт. Һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!

Ө. Килеп хәлемде белгәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт. Бына һеҙгә минән күстәнәс. Баҡсаға ҡайтҡас, татлы ҡаҡҡа ҡушып сәй эсерһегеҙ. Тағы ла килегеҙ ҡунаҡҡа.

Балалар өләсәй менән хушлашып сығалар.