Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы
Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары өсөн әҙерләгән «Исемең кем?» байрамы сценарийы
Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәрмөхәмәтова Венера
Нөғәмән ҡыҙы
2019 йыл
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, балалар! Бөгөнго байрамыбыҙ башҡорт исемдәре тураһында. Балаға исем ҡушыу ярамлы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмере буйына йөрөтә. Исемде бала тыуғанға тиклем үк һайлап, оло хыялдар, өмөттәр бағлап йөрөйҙәр. Ата- әсәләрҙен күбеһе балаға исем ҡушыуға етдим ҡарай, ләкин бәтәнләп уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай. Бына хәҙер һәр берегеҙ үҙ исемегеҙ хаҡында уйлап ҡарайбыҙ әле. Һинен исемен ябай ғына бер атама түгел. Уға киләсәккә өмөт бағлаған ата-әсәләрҙен һөйөүе һалынған. Шулай булғас, уны үҙгәртмәдкә, нисек ҡушылған, шул килеш йөрөтөргә кәрәк.
Тиҙәйткестәр әйтеү.
Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.
Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
Әлимә, Әсмә, Әлиә
Сәй эсәләр күмәкләп.
Ә хәҙер һүҙҙе балаларға бирәйек.
1-се бала: Айгөлдө – Айгуля, Фәнисте- Федир, Ләйсәнде- Ляля тип йөрөтөргә ярамай.
2-се бала: Исем үҙәртеү –ата-әсәне һанға һуҡмау.
Тәрбиәсе: Әгәр исемдәрегеҙҙен мәғәнәһен белгегеҙ килһә, уны анлатып, тәржемә итеп була. Сөнки күп кенә башҡорт исемдәре ғәрәп һүҙҙәренән алынған. Танһылыу Ҡусимованыу «Башҡорт исемдәре тигән китабында һәр кем үҙ исеменен тәржимәһен табыр. Ә хәҙер балалар үҙҙәренен исемдәре тураһында шиғырҙар һөйләп үтәләр.
3-сө бала Илде нурлап төрһөн тиеп,
Илнур тип аталғанмын
Исемемә тап төшөрмәм
Һаҡлармын халҡым данын.
Илнур – ил нуры тигәнде аңлата.
Тәрбиәсе: Ә бына Азамат – бәйәк, ғәрур, мәғрур мәғәһендә.
4-се бала Бәхетле булып үҫһен тип
Азамат исемен ҡушҡандар
Ата-баба йолаларын
Һис тә онотмағандар.
Ә Илдар- ил хужаһы тигәнде аулата.
5-се бала Әсәм ҡушҡан атым- Илдар
Мин илемде һойөүсе
Исеменә тап төшөрмәй
Өйрәнәм тыуған телде.
6-сы бала
Салауаттай батыр булырнын
Илем, халҡым һаҡларнын
Ата -Әсәмде тынлармын
Матур йырҙар йырлармын.
Тәрбиәсе: Салауат исеме Башҡорттан милли геройы С.Юлаевтын килә. Балалар, әйҙәгеҙ әле, милли герой С. Юлаев тураһында йыр йырлап ишеттерәйек.
(балалар башҡарыуында Р. Ураҡсинаның «Салауат йыры»)
Тәрбиәсе: Рәил тигән исем – нигеҙ ҡороусы, башлап йөрөүсе тигәнде аулата.
7-се бала: Үҫен еткәс, мин унған
Һәм тырыш буласаҡмын
Сөнки минә әсәйем
Рәил тип исем ҡушҡан.
Тәрбиәсе: Шулай итеп, һәр кеше үҙ исеменә ғорурламырға, уныу мәғәнәһен белергә тейеш. Башҡорттар балаларына башҡорт исемен, рустар рус исемен ҡушырға тейештәр. Диана үҙ телендә шиғыр һөйләп ишеттерергә теләй:
Хорошо под солнышком
Жить нам и расти
Краше нашей Родины
В мире не найти.
Тәрбиәсе: беҙҙен ҡыҙҙарҙын исемдәре ниндәй матур. Хәҙер уларҙы тынлайыҡ.
Бөгөн беҙҙен байрам көнө
Ҡояш йылмая көлә
Минен исем матурлығын
Әйтерһен ул да белә.
8-се бала:Рәмилә исеме – тылсымлы мәғәнәһендә.
9-сы бала: Ә Гөлназ – гөл кеүек наҙлы, гөл батшаһы тигәнде анлата.
Гөлсәскәләр минен илем
Батшаһы мин гөлдәрҙен
Сәскәләр үҫтерә өсөн
Көн дө һыуҙар һибәшен.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ бергәләшеп «Гөлназ» тигән йырҙы йырлап ишеттерәйек
Аҡ сәскәләй наҙлы мин
Оялсанмын аҙ ғына
Шундай матур исем өсөн
Рәхмәт әсәйем һинә.
Ҡарағызсы: бөтәбеҙ ҙә
Матур кейемен кейгән
Беҙҙе ҡарарға баҡсаға
Ата – әсәләр килгән
10-сы бала: Я – Лена Маргунова
Я музыку люблю
Послушайте, ребятки
Как звонко я бубен бью.
Тәрбиәсе: Һәр бер исем матур, һәм уға мәғәнә һалынған.
Кеше исемдәренә бәйле йырҙар, бейеүҙәр һәм уйындар бик күп. Улар теге йәки был кешегә арнап сығарыла һәм шунын исеме ҡушыла. Мәҫәлән, “ Хәйерниса- Гөлниса” бейеүе шул исемле ҡыҙҙарға арнап һалына. Ул ҡыҙ үҙенен бейеү хәрәкәттәре аша, көндәлек тормошон, шөғөлөн күрһәтә.
Ҡыҙҙар башҡарыуында «Хәйернисә -Гөлниса» бейеүе.
Кеше исемдәренә арналған йырҙар бик күп. Мәҫәлән «Сибай» йыры.
Ул Тамъян – Ҡайтайҙағы Шәйәхмәт Сибаев кантан сығарған йыр. Шуға күрә Сибаев кантон башлығы булғас, уны олатаһы исеме менән Сибай тип, ә сығарған йырын “Сибай йыры” тип йөрөткәндәр. Сибай был йырын һөйгәне Фатимаға арнап сығарған.
(Аудиояҙманан «Сибай» йырын тынлау)
Ә хәҙер Наза исемле ударница, колхозница ҡыҙға арнап сығарылған уйынды уйнайыҡ.
Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Тәрбиәсе:Йәгеҙ, кем башлай? (Балалар парлашып сығып ҡул тотошоп торалар. Улар янына башҡалар ҙа шул рәүешле торалар һәм оҙон парҙар теҙмәһе яһайҙар. Уйын таҡмаҡтар менән оҙатыла.) Балалар «Наза» көйөнә таҡмаҡ әйтәләр, ә Ильмира теҙелеп торған балалар араһынан береһен алып, уртанан бейеп үтәләр, ә парһыҙ ҡалған кеше алға сыға һәм ул да икенсене алып, уртанан бейеп үтә.)
Наза тигән ҡыҙ баланыңБөрлөгәне түгелгән.
Көн дә «Наза» уйнағанға Наза сыҡмай күңелдән.
Ҡушымта: Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Сума өйрәк, сума ҡаҙ,
Тәрән күлде ярата.
Мәҙинәбеҙ пар һайлай,
Белмәйем кемде ярата.
Ҡушымта: Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Роза, Роза,
Роза – гөлдөң сәскәһе.
Хәҙерге матур тормоштоңКүңелле киләсәге.
Ҡушымта: Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙары
Янып тора күҙҙәре.
Төҫкә матур, эшкә батыр
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары.
Ҡушымта: Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Сепарат әйләндерә,
Сепарат әйләндерә.,
Клубтарға килеп инһә,
Клубты йәнләндерә.
Ҡушымта: Наза, Наза,
Наза – матур ҡыҙ бала.
Наза тырыш, Наза уңған,
Наза – ударник бала.
Уйын туҡтала. Балалар барыһы ла тәрбиәсе янына йыйыла.)
Тәрбиәсе: Балалар, бөгөнгө байрамыбыҙҙы Айҙар Буранғоловтың «Исемең кем?» шиғыры менән тамамлайбыҙ.



