Ҡуянға ҡыш бүләк итәбеҙ

Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль районы Матрай ауылы “Йәйғор ” балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

(2-се кескәйҙәр төркөмө өсөн дәрес өлгөһө)

Тәрбиәсе: Йәрмөхәмәтова В.Н.

Матрай – 2018

Ҡуянға ҡыш бүләк итәбеҙ темаһына дәрес конспекты   (2се кескәйҙәр төркөмө )

Программа йөкмәткеһе: балаларҙың ҡыш миҙгеле тураһындағы белемдәрен нығытыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, ҡағыҙҙы йыртып йәбештереү  традицион булмаған һүрәт төшөрөү ысулы менән таныштырыу, балаларҙа ҡыш миҙгеленә, ҡышҡы уйындарға ҡыҙыҡһыныу уятыу, бер-береңә иғтибарлыҡ, ярҙам итеү теләге уятыу.

Дәрес барышы.

Балалар түңәрәктә тора. 

Сәләм тием атайға,

Сәләм тием әсәйгә,

Олатайға, өләсәйгә,

Сәләм тием дуҫтарға!

Тәр: Балалар, әйтегеҙ әле, тышта ниндәй миҙгел? (Ҡыш)

Тәр: Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ҡыш. Әйҙәгеҙ һүрәттәргә ҡарап һеҙ ҡыш тураһында һөйләгеҙ. (ҡыш ҡар яуа, ел‐буран була, кешеләр йылы кейенеп йөрөйҙәр, йылғалар туңа, балалар сана, саңғы шыуалар…)

Илаған тауыш ишетелә. Илаә-илай ҡуян килеп инә.

Тәр; Һаумы, ҡуянҡай? Ниңә илайһың? Ни булды?

Ҡуян; Һаумыһығыҙ, балалар! Нисек инде миңә иламаҫҡа? Бөтә ерҙә ҡыш етте, ҡар яуҙы. Тик мин йәшәгән урманда ғына һаман да ҡар яумай. Ғар яумағас, төлкө, бүреләр минең аҡ тунымды әллә ҡайҙан күреп, баҫтырып ашарға итәләр. Ҡыш етһә миңә лә ҡурҡыныс булмаҫ ине.

Тәр.:  Ҡурҡма, Куянҡай! Беҙ балалар менән һиңә ярҙам итәсәкбеҙ. Һин беҙҙең менән уйнап ал. Әйҙәгеҙ, тышҡа сығайыҡ. Тышҡа сығыр өсөн беҙгә кейенер кәрәк. Башта нимә кейәбеҙ? (кейенеү имитацияһы)

Тәр.: Бына тышҡа сыҡтыҡ. Ниндәй саф һауа! Саф һауа менән тын алайыҡ.

Тәр: Балалар, ҡарағыҙ әле, был нимә? (ҡарҙы тотоп күрһәтеү) Ҡар ниндәй ул? (аҡ, йомшаҡ). Тотоп ҡарағыҙ әле? (һыуыҡ) Ә хәҙер ҡар нишләне? (ирене). Ни өсөн ирене икән? (сөнки ҡул йылы) Ә тышта ниңә иремәй? (тышта һыуыҡ).

Тәр: Балалар, ә был нимә? (боҙ). Боз ниндәй ул? (һыуыҡ, ҡаты, ялтыр, тайгалаҡ). Һыу һыуыҡта туңып, боҙға әйләнә.

Тәр: Тышта йөрөп өшөп киттек шикелле. Әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.

Болоттар уйыны. Ярты бит төҫлө ҡағыҙ таратып бирергә.

Тәр: Был ҡағыҙ нимәгә оҡшаған? (ҡош, болот, самолет…)

Тәр.: Төрлө төҫтәге болоттар

Осалар күк йөҙөндә (ҡағыҙҙы болғайбыҙ)

Матур ҡағыҙ биттәрен

Бүләк иттеләр беҙгә.

Был ҡағыҙ биттәрен беҙ (йомарларға)

Йомарлап тәгәрләйбеҙ.

Уны ҡарға әйләндереп,

Матур итеп уйнайбыҙ.

Мөмкин ҡулда тоторға, (ҡулда тотабыз)

Мөмкин ҡолаҡҡа ҡыҫырға.   (ҡолаҡҡа ҡыҫабыҙ)

Ипләп кенә шығырлаты,

Иҙәндә тәгәрәтергә.  (иҙәндә тәгәрәтергә)

Өҫкә ташларға мөмкин,  ҫкә ташлап уйнарға)

Аяҡ менән баҫырға.  (аяҡ менән баҫырға)

Уны артҡа йәшереп,  (артҡа йәшерергә)

ҡар ташлашып уйнарға.   (бер‐береңә ташлашып уйнау)

Кире йыйып алырга,

Тәр: Балалар, әйҙәгеҙ беҙ Ҡуяндың урманына  ҡыш бүләк итәйек. Бына ул урман. Ҡыш булһын өсөн урманға нимә кәрәк? (ҡар).

Балалар өҫтәл артына ултыралар, йомарланған ҡағыҙ биттәрен йыртып, һүрәткә йәбештерәләр.

Ҡуян; Ҙур рәхмәт, балалар! Бигерәк матур килеп сыҡты. Бына минең урманыма ла аҡ ҡар яуҙы, ҡыш етте.

Тәр: Ҡуянҡай,  әйҙә хәҙер беҙҙең менән бергә йырлап ал. Беҙ ҡыш тураһында матур йыр беләбеҙ.

Тышта ҡар яуа йыры.

        Ҡуян: Балалар, һеҙҙең менән бик күңелле булды. Ҡыш тураһында күп нәмәләр белдем. Бүләгегеҙ ҙә бик оҡшаны. Рәхмәт! Тик миңә ҡайтырға ваҡыт етте.  Һау булығыҙ!

Балалар Ҡуян менән хушлаша.

Тәр: Балалар, беҙгә кем ҡунаҡҡа килде? Беҙ уға нимә тураһында һөйләнек? Нимә бүләк иттек? Ниндәй уйын уйнаныҡ?

Хәҙер тылсымлы тоғобоҙҙо ҡарайыҡ әле.  Тоҡтан тәмлекәстәр алып таратыу.